Креатив индустрия көнө уңайынан Әлшәй районында байрам ойошторолдо

Сара бизнес вәкилдәрен, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен һәм ижади һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Эшлекле майҙансыҡта креатив индустрия йүнәлешен үҫтереп районға инвестициялар йәлеп итеү һорауҙары ҡаралды. Байрамда урындағы ҡул оҫталары һәм шәхси эшҡыуарҙар тауарҙары күргәҙмәһе ойошторолдо.

Беҙҙә етештерелгән бөтә продукцияла хәләл. Билмәндәрҙе үҙебеҙҙә етештерлгән иттән ҡул менән яһайбыҙ. Ассортимент бай. Продукция сифаты даими тикшерелә. Креатив индустрия проекттары урындағы фермерҙарға һәм эшҡыуарҙарға сауҙа нөктәләре менән килешеү төҙөргә, продукцияны һатыуға сығарырға мөмкинлектәр бирә.

Эльвина Солтанова, Крәҫтән-фермер хужалығы сауҙа вәкиле