Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре үтә

Ҙур сара Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторола. Баш ҡаланың Совет майҙанында киске концерттар була. “Көҙ романтикаһы” классик музыка фестивале, “Геройҙар ваҡыты” Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, эшлекле осрашыуҙар ҡаралған. Өфөлә “Махсус хәрби операция тарихы” тигән экспозиция асыла. Республика ҡалаларында Рәсәй армияһы йыр һәм бейеү ансамбле, “Ҡыҙыл Армия” коллективы сығыштары була. Армия мәҙәниәте көндәре 22 августа башлана.