Район хакимиәте башлығы Рөстәм Әлимғафаров Телеграм каналында ошо турала яҙған. Йөк тәғәйен урынға барып еткән. Кәрәк-яраҡтар “Рубеж” ҡушаматлы яугирҙың һорауы буйынса тупланған. Ул танк батальонында хеҙмәт итә. Һыуыҡкүл ауылында йәшәүселәр алғы һыҙыҡҡа УАЗ автомобиле, машина тәгәрмәстәре, бал, сало һәм төҙөлөш материалдары ебәргән. Тарҡаҙы ирекмәндәре дронға ҡаршы плащ һәм япмалар әҙерләгән. Һалдаттарға шулай уҡ эсер һыу, маскировка селтәрҙәре, бензин генераторҙары оҙатылған. “Беҙ берҙәм булғанда ғына хәрбиҙәргә ярҙам итә һәм дошманды еңә алабыҙ”, тигән Рөстәм Әлимғафаров.