Ишембайҙа “Һомай” тигән завод асыу ҡарала

Унда үҫемлек майы етештереү ҡарала. Ҡаҙағстан инвесторҙарына төҙөлөш өсөн ер участкаһы бирелгән. Проектҡа Төркиә һәм Ҡытай инвесторҙарының аҡсаһы йәлеп ителә. Әҙер продукция Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә һатылырға тейеш.