Стәрлебаш районынан тыл ветераны Ғарифа Мусинаға 100 йәш тулды. Был турала социаль селтәрҙә район башлығы Рөстәм Рахманғолов хәбәр итә. “ Ғарифа Мусина Айҙарәле ауылында тыуған. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Ул бәләкәйҙән колхоз баҫыуҙарҙарында тир түгә.Тормош иптәше менән ике ул үҫтерә, уларҙа хеҙмәткә һөйөү, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләй. Уның яҙмышы- йәшләй ауыр хеҙмәт татыған быуындар тарихы. Йөҙйәшәр инәйгә ҡоростай һаулыҡ, туғандары һәм яҡындары менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйем”-, тип яҙған район башлығы.