Баҡалы районының Килкабыҙ ауылында фельдшер-акушер пункты асылды

Ул  “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Модулле бина Килкабыҙ һәм  Ҡорос-Ҡаран ауылдарынан  200-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.  Учреждение заманса ҡорамалдар  менән йыһазландырылған. Быйыл республикала 135 модулле медицина пункты асыу ҡарала.