Ауыл хужалығынан алынған һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә 1650 гектарҙа киләһе йыл уңышына орлоҡ сәселгән. Хужалыҡтар бер үк ваҡытта быйылғы ашлыҡты йыйыу менән дә мәшғүл. Әлегәсә ырҙын табаҡтарына 860 мең тонна иген оҙатылған. Комбайндар гектарынан уртаса 35 центнер ашлыҡ урып ала. Былтыр гектар ҡеүәте уртаса 31 центнер ине. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйыу буынса Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондары алдынғылар иҫәбендә.