Һыу баҫыу сәбәпле, бүлмәләрҙә стена күгәрә, иҙән ҡуба. Өфөнөң Комсомол урамы 23 кәсер 1 адресы буйынса урынлашҡан «Һалдат даны. Әсәләр хәтере» музейын өс йыл даумында һыу баҫа. Санитар талаптарға яуап бирмәгән шарттарҙа хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәр тулы ҡеүәтенә эшләй алмай. Хәрби-патриотик йүнәлештә эшләүсе белгестәрҙең эщ шарттарын БЮТ ижади төркөмө лә барып күрҙе. Мәсьәләнең сиселеше киләһе яҙмала.
«Һалдат даны.Әсәләр хәтере» музейы янында был күренеш йыш ҡабатлана. Канализациянан имәнес еҫле һыу күҙ асып йомған арала үҙенә юл табып аҫҡа урғыла. Ә уның юлында подвал бинаһында урынлашҡан музей. Совет районының торлаҡ хеҙмәтләнедереү эшселәре буйраҡ һыуҙы көслө насостар менән һурҙырырға мәжбүр.
Хәрби-патриотик үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре эшләгән бүлмәләрҙе бер-нисә тематика буйынса йыһазландырған. Был бүлмә Төнъяҡ Кавказда һәләк булған яугирҙар булмышына арналған Уны һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре һәм дуҫтары 1997 йылда ойошторған.Тик һыу баҫыу, иҙәндәр ҡубыу сәбәпле экскурсиялар ваҡытлыса туҡтатылған. Ә күрше бүлмә тулыһынса махсус хәрби операция яугирҙарына арналған.
2022-се йылдан алып прокуратураға һәм башҡа яуаплы учреждениеларға тиҫтәләгән мөрәжөғәттәр йүнәлтеләгән. Йәштәр менән ең һыҙғанып эшләргә дәрт-дарман етәрлек, әммә шарттар юҡ. Йыш һыу баҫыу сәбәпле стеналарҙа һаулыҡ өсөн зарарлы бәшмәк үрсей, серекәйҙәр эйәләй.
«Һалдат даны.Әсәләр хәтере» музейында килеп тыуған мәсьәләгә Совет районы хакимиәте аңлатма бирҙе.
«Уфаводоканал» йәмғәитенең дә «Һалдат даны. Әсәләр хәтере» музейын һыу баҫыу мәсьәләһенә үҙ яуабы бар.
Үҙенсәлекле экспонаттар һаҡланған музейҙа илебеҙ һәм ҡанлы бәрелештәр тарихы йыльяҙмаһы сағылдырылған. Тап ошо стеналарҙа илһәрлек темаһына арналған-хәрби патриотик саралар уҙғарылған. Бында уҡыусылар өсөн ҡасан ҡабаттан экскурсиялар яңыртылыасағы әлегә асыҡ ҡала. Кисектергеһеҙ мәсьәләләр хәл ителешен даими күҙәтеп барасаҡбыҙ
Гүзәл Борханова