Ил хөкүмәте махсус хәрби операция ветераны статусын алыусылар исемлеген киңәйтте

11 биләмәне обороналауҙа ҡатнашыусылар өсөн ошондай льгота ҡаралған. Исемлектә Ҡырым республикаһы, Севастополь ҡалаһы, Белгород, Брянск һәм Курск өлкәләре, Краснодар крайы  һәм Воронеж өлкәһенең бер нисә  районы, шулай  уҡ  Анапа, Новороссийск  һәм Геленджик бар. Рәсәйҙә "Ветерандар тураһында" законға  төҙәтәләр ҡабул ителде. Уға ярашлы, был биләмәләрҙә бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға ла ветеран статусы бирелә.