Ут сығыуҙы ситтән тороп автомат рәүештә асыҡлаусы камералар 2021 йылда урынлаштырыла башланы. Быйыл тағы ла ун видеокүҙәтеү ҡоролмаһы өҫтәлде, тип яҙа социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.
Хәҙер төбәктә ошондай 25 комплекс эшләй. Улар Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондары һәм эре ҡурсаулыҡтарҙа урынлаштырылған. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары 25 километр алыҫлыҡтан төтөн сығыуҙы теркәй ала. Ут сыҡҡан ер координаталарын да ике йөҙ метрға тиклем теүәллек менән билдәләй. Барлыҡ мәғлүмәт тә реаль ваҡытта диспетчер үҙәгенә ебәрелә. Был оператив алым янғынды таралмаҫ элек һүндереү мөмкинлеге бирә. Урман һаҡсыһы системаһы ярҙамында 78 тапҡыр ут сығыу осрағын тиҙ арала асыҡлауға өлгәшелгән, тип яҙа Башҡортостан башлығы. Быйыл республикала 13 урман янғыны теркәлгән. Шул иҫәптән һигеҙ осраҡ ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. Радий Хәбиров республика халҡын тәбиғәтте һаҡларға, һаҡ булырға өндәгән.