Ишембай районында Торатау итәгендә Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивале уҙғарылды

Ишембай районында Торатау итәгендә Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивале уҙғарылды. Билдәле сәхнә оҫталары һәм йәш музыканттар ҡатнашлығындағы күләмле музыка һәм бейеү фестивалендә Алтайҙан, Силәбе өлкәһенән һәм Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан тылсымлы ҡурай моңон һөйөүселәр ҡатнашты. Тулыраҡ Зилә Баймырҙина әҙерләгән репортажда.

7-9 августа Торатау янында йыр-моң һөйөүселәр сираттағы «Ел моңо» музыка һәм бейеү фестиваленә йыйылды. Асыҡ һауалағы йәйге байрам йәш музыканттарҙы, ҡурайҙа уйнауҙың халыҡсан үҙенсәлектәрен тәрән белгән тәжрибәле ҡурайсыларҙы, Урал-батыр эпосын өйрәнеүселәрҙе, шулай уҡ милли көйҙәрҙе яратыусыларҙы берләштерҙе.

«Ел моңо» фестивале тәүге тапҡыр быйыл февраль башында үткәрелде. Ул Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ музыкаһының, милли уйын ҡоралдарының мәҙәни һәм милләт-ара төрлөлөлөгөн күрһәтте. Халыҡ ижадын, сәнғәтен хөрмәт иткәндәр өсөн иһә ул ысын бүләккә әйләнде. Өс көнлөк фестивалдең гала-коцертында идея авторы-билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев «Ел моңо»н йолаға әүерелдереү һәм киләһе музыкаль йыйынды йәй көнө ойоштороу уйы тураһында әйткәйне. Һәм бына ярты йыл үтеүгә, хыял ысынбарлыҡҡа әйләнде-Торатау янында быйыл «Ел моңо» уйналды.

Байрамдың төп биҙәге-тәбиғи ҡурай. Ул тик Урал тауҙарында ғына үҫә. Үҙенә ел моңон, тәбиғәт һутын һеңдергән ысын башҡорт ҡурайында уйналған көйҙәр бороңғолоҡ, ата-бабалар рухы саҡырыуы булып күңелдәргә уйылыр тип ышана фестивалде ойоштороусылар.

Өс көн дауамында барған байрам тамашасыларҙы бай йөкмәткеле программа менән ҡыуандырҙы. Беренсе көндә фестивалдә ҡатнашыусылар урманға барып көпшә ҡырҡып, ҡурай эшләргә өйрәде. Икенсе көндә Роберт Юлдашевтың остазы Юлай Ғәйнетдиновтан ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Шулай уҡ программала төрлө музыкаль инструменттарҙа сығыш яһау, оҙон көй, рус халыҡ йырҙарын башҡарыу, «Урал батыр» эпосын һөйләү булды. Фестивалдең төп бәйгеһе-ҡурайсылар ярышы. 30-ҙан ашыу ҡатнашыусылар араһында еңеүсе итеп милли музыка ҡоралын 6 йәшенән үҙенең тоғро юлдашына әйләндергән Рәмиль Ҡотдосов танылды.

Билдәле булыуынса, ҡурай моңо кеше организмына ыңғай йоғонто яһай. Был ябай уйын ҡоралы ғына түгел, ә кеше һәм тәбиғәт араһындағы күпер. Фестивалдең төп үҙенсәлеге шунда: ошо байрамға йыйылыусылар Урал тауҙарында ғына үҫкән ҡурайҙа уйнаны. Байрамдың һуңғы көнөндә ҡурайсылар таңды ҡаршыларға изге Торатауға менеп, Ҡояшты сәләмләү һәм «Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт һәм тыныслыҡ» гимнын башҡарҙы. Фестиваль аҙағында тамашасылар музыка менән бейеүҙе берләштергән сағыу тамашаға шаһит булды. Гала-концертта Алтай һәм Силәбе өлкәһенән махсус саҡырылған ҡунаҡтар, «Guzal Dance» бейеү ансамбле һәм, әлбиттә, Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө үҙенең иң илаһи ҡурай моңдарын бүләк итте

Зилә Баймырҙина