Башҡортостанда Йомағужа һыуһаҡлағысы ремонтлана

Бында капиталь ремонт дауам итә. Плотинаны  төҙөкләндереү  өсөн 360 тонна таш килтерелгән, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ремонт өсөн 432 миллион һум ҡаралған, уның ҙур өлөшөн федераль ҡаҙна бүлгән.  Эштәр өс йылда тамамланырға тейеш.