Башҡортостан аҙыҡ-түлек етештереүҙе арттырған

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғинуар-июнь айҙарында 1 миллион 400 мең тонна продукция етештерелгән. Был уҙған йылдың ошо осорондағынан 33 процентҡа күберәк. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республикала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Өс йылда ҡоролмаларҙы яңыртыу өсөн 250 миллион һум йүнәлтелде. Бөгөн республика төп аҙыҡ-түлек менән үҙен тулыһынса тәьмин итә, - тине ул. Көнбағыш майы ихтыяждан - 8, шәкәр - 7, сусҡа ите ике ярым тапҡырға  күберәк етештерелә.