Предприятиеларҙа сәләмәтлекте нығытыу буйынса программалар ҡулланыла

Республика хөкүмәте ултырышында ошо мәсьәлә ҡаралды. Төп маҡсат - хеҙмәткәрҙәрҙең физик әүҙемлеген яҡшыртыу, стресты кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, тәмәкенән баш тартыу, хәмер эсеүҙе сикләү. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, хроник сирҙәрҙең 70 проценттан күберәге йәшәү рәүешенә бәйле. Бөгөн 145 ойошмала сәләмәтлекте яҡшыртыу буйынса программа ҡабул ителгән. Быйыл тағы  100 предприятиеның ошондай тәжрибәне ҡуллана башлауы көтөлә.