Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды

Документтарҙы 20 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин, тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте министрлығынан. Шәйхзада Бабич исемендәге премия мәҙәни ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Награда һәләтле һәм әүҙем йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтерергә булышлыҡ итә.  Республика Башлығы ҡарары менән премия суммаһы 150 мең һумдан 500 мең һумға тиклем еткерелде.