Беҙҙең республиканан балалар делегацияһы юлға сыҡты. Төркөмгә 20 һәләтле һәм әүҙем бала алынған. Уҡыусылар Минск автомобиль заводы ҡарамағындағы балалар лагерында 14 көн була. Программала Белоруссияның иҫтәлекле урындарында булыу, Минск заводына экскурсия ҡаралған. Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина белдереүенсә, был сәфәр беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытырға, хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр асырға ярҙам итә. Быға тиклем Минскиҙан уҡыусылар Башҡортостанға ял итергә килде.