Ауырғазы районындағы янған автобустың сәбәптәре асыҡлана

Ауырғазы районындағы Р-240 федераль әһәмиәттәге трассаның 78-се километрында «Газель Некст» пассажир автобусы янып китә. Утты Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндерә. Был мәлдә автобус эсендә водитель һәм 5 пассажир була. Зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Пассажирҙарҙы ташыу өсөн резерв автобус йәлеп ителә. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана. Урында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй.