Өфөнөң тарихи үҙәгендәге күп ҡатлы йортта йәшәүселәр бинаның подвалын һыу баҫыу эҙемтәләре менән көрәшә. Баш ҡаланың Чернышевский урамындағы 105-се йорт подвалына ҡойма ямғырҙан һуң һыу эсендә ҡала. Унан аҙна-ун көн элек кенә бында торбаларҙы яңыртыу буйынса ремонт эштәре башланған булған. Һөҙөмтәлә эшселәр асыҡ асыҡ ҡалдырған траншея буйлап аҫҡа һыу аҡҡан. Торлаҡ хужалары күп ҡатлы йорт нигеҙе йыуылып төшмәһен, тип хәүефләнә.
Күп ҡатлы йортта 100-ҙән ашыу кеше йәшәй. Һәм уларҙың хәүефләнергә урыны бар. Сөнки, бер ай эсендә генә подвалдарын 4 тапҡыр һыу баҫҡан. Йорт торбаларын алмаштырыусы ойошманың эшмәкәрлегенә халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә. Ә ресурстар менән тәьмин итеү компания вәкилдәре, көслө ямғырҙарға тиклем таяуҙарҙы бетон менән нығытып өлгөрмәүенә һылтанды.