Радий Хәбиров социаль селтәрҙә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар төҙөү барышы менән таныштырҙы

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был мәсьәлә баҡсасыларҙы оҙаҡ йылдар дауамында борсоп килде. Быйыл ремонтларға планлаштырылған 24 юлдың 8-е әҙер ҙә инде-улар Бәләбәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарында, шулай уҡ Сибайҙа һәм Өфөлә урынлашҡан. Был юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 8 ярым километр,улар 5 меңләгән участка иҫәпләнгән 23 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илтә. Был биләмәләрҙә 400-ләп кеш йәшәй, йәғни улар йыл әйләнәһенә юл йөрөй. Быйыл республикала баҡса юлдарын ремонтлауға бюджеттан 150 миллион һумға яҡын аҡса ҡаралған. Был 9 район һәм 4 ҡалала 25 километр юл ремонтланасаҡ тигән һүҙ. Юлдарҙың бер өлөшөн ремонттан һуң ҡабул итеү барһа, икенселәрендә ремонт эштәре дауам итә, конкурс процедуралары атҡарыла.