«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Өфө бүлексәһендә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына танытмалар тапшырылды. Улар араһында «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар ҙа бар. Сара батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булғандарҙы берләштерә. Бындай осрашыуҙар ветерандарға бер-береһе менән яҡындан аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге лә. «Ватанды һаҡлаусылар» фондында билдәләүҙәренсә, ветеран танытмаһы документ хужалары һәм уларҙың ғаиләләрен социаль ярҙам саралары менән бар тулылығында тәьмин итеүҙе күҙаллай.