Метанолдан яһалған хәмер менән ағыуланған ир 21-се дауаханаға оҙатылған. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, пациенттың хәле ауыр тип баһалана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Адлер баҙарында һатып алынған чача эсеп Өфөлә йәш ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Тикшереүгә ярашлы, хәмерҙең составында метил спирты табылған. Ғөмүмән, ошо көндәрҙә Рәсәйҙә был чачанан ағыуланып 13 кеше һәләк булған. Өфөлә тағы ла бер ир ағыулы хәмер эсеп дауалана. Табиптар уның хәлен тотороҡло тип билдәләй.