Өфөлә дүрт ай элек асылған Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусында ҡатмарлы операциялар уңышлы үтә. Аҡ халатлылар республиканан ситкә сыҡмай үҙебеҙҙә 20 пациенттың йөрәген ҡотҡарған. Заманса учреждениела йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен асыҡлау, дауалау, операция үткәреү, реабилитация үтеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Республика кардиология үҙәгендә йыл һайын 17 меңдән ашыу кешегә операция эшләнә, меңәрләгән пациент дауалау программаһын үтә. Тулырыҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
40 йәшлек Артем Стрижков йөрәгенә ҡатмарлы операциянан һуң реабилитация үтә. Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусында пациентҡа заманса ысул менән әмәлиәт үткәрелгән. Быға тиклем йөрәк ҡан-тамырҙарында аорта өлөшө шартлап пациенттың ғүмеренә хәүеф янағанда операция Мәскәү йәки Новосибирск ҡалаларында яһала ине. Яңы хирургия корпусында етди әмәлиәтте Өфөлә яһатыу мөмкинлеге бар.
Яңы үҙәк сафҡа инеү менән Өфө кардиология үҙәге илдә иң ҙуры һанала. Бында сменаһына 320 пациентты ҡабул итергә мөмкин. Заманса бинала 10 реанимация блогы, диагностика, кардиохирургия һәм административ бүлектәр, поликлиника эшләй.
Бында йөрәккә гибрид операциялар ҙа эшләнә. Уның барышында табиптар ҡулында скальпель булған килеш рентген үткәреп башҡа ағзаларҙы ҡарай ала.
Башҡортостанда кардиология үҙәгендә йыл һайын 14 меңдән ашыу пациент стационар һәм 90 меңдән ашыу кеше консультатив ярҙам ала. Бер йыл эсендә йөрәк һәм ҡан тамырҙарына 17 меңгә яҡын операция һәм тикшереүҙәр башҡарыла. Кардиология үҙәгенең яңы корпусы операциялар һанын арттырырға, профилактика эшен көйләргә мөмкинлек бирә. Ул фәнни-ғәмәли үҙәк булараҡ та эшләйәсәк, сөнки кардиология үҙәге хеҙмәткәрҙәренең күбеһе ғилми тикшренеүҙәр ҙә алып бара.
Флорида Ким