Баш ҡалала Брайль шрифтына бағышланған байрам үтте

Брайль шрифтына бағышланған осрашыу. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһы үҙенең 90 йыллығына арналған саралар шәлкемен дауам итә. Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана майҙансығында махсуслашҡан учреждение күләмле сара ойошторҙо. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Рельефлы-нөктәле шрифт Луи Брайль тарафынан 1824 йылда уйлап сығарыла. Әммә утыҙ йыл үткәс кенә уның системаһы рәсми рәүештә таныла. Әлеге ваҡытта, ике быуат самаһы ваҡыт үтһә лә Брайль шрифты үҙ позицияларын бирмәй: система һанлы тормош ала, яңы вариациялар барлыҡҡа килә.

Башҡорт Брайль шрифтын уйлап табыусы-Мәкәрим Төхвәтшин исемен йөрөткән һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһы быйыл 90 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан йөкмәткеле байрам программаһы әҙерләнгән. Сараларҙың береһе-Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһы майҙансығында үтте.

Ҡунаҡтарға китапхананың эшмәкәрлеген сағылдырған «Асыҡ йөрәк, изге һүҙ менән...» исемле күргәҙмә, махсус форматтағы үҙенсәлекле баҫмалар, Брайль шрифты менән баҫылған китаптар, аудиойыйынтыҡтар тәҡдим ителде. Шулай уҡ «Брайль буйынса яҙырға өйрәнәм» исемле оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.

«Йәйге уҡыу залы»нда Салауат Низаметдиновты ла иҫкә алдылар. Бөтә ғүмерен музыкаға бағышлаған композитор иң әүҙем китап уҡыусыбыҙ булды, бигерәк тә классик әҫәрҙәрҙе яратап уҡый ине, тиелде сара барышында.

Сараны артистарҙың моңло тауыштары оҙатып барҙы, халыҡ кәсептәре оҫталары үҙ эштәрен тәҡдим итте. Шулай уҡ ҡунаҡтар милли ризыҡ һәм ҡайнар сәй менән һыйланды.

Әлфинә Килдейәрова