Өфөнөң Көрәш һарайында йөҙөү буйынса уҡыу-күнекмә сборҙары үтә

Унда Мәскәү өлкәһе спортсылары ҡатнаша. Күнекмәләрҙе күп йыллыҡ стажы булған тәжрибәле остаз-Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Игорь Тверяков уҙғара. Ярыштарға әҙерлек өсөн Көрәш һарайы осраҡлы һайланмпаған-бында күнекмәләр уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар, йөҙөүселәр спорт комплексы биләмәһендә йәшәй.


Беҙгә бында бик оҡшай. Тәмле ашаталар, йәшәгән урыныбыҙ ҙа матур. Күнекмәләр өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Бассейн бик таҙа, шөғөләнеүе бик күңелле.

Елизавета Балашова, Йөҙөү буйынса күнекмәләрҙә ҡатнашыусы

Күнекмәләр ике аҙна дауам итәсәк. Унда ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни программа ла ойоштороласаҡ. Әле спортСылар көсөргәнешле рәүештә алдағы ярыштарға әҙерләнә, техника һәм тиҙлеккә баҫым яһай. Тиҙҙән улар Мәскәү өлкәһе ярыштарында ҡатнаша.


Шарттар бик яҡшы. Әле Мәскәү спортсылары күнекмәләр үтә. Ашхана, ҡунаҡхана һәм бассейндың бер урында булыуы бик уңайлы, урамға сығып йөрөргә кәрәкмәй.

Игорь Тверяков, Рәсәйҙең йөҙөү буйынса атҡаҙанған тренеры