Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев мәғариф мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. “Был бик мөһим мәл. Район хакимиәте башлығы йәки уның урынбаҫары уҡыусыларҙы етәкләп белем усағына алып барһын. Бер ҡыҙ һәм малай ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаһын”, - тине ул. Быйыл республикала 44 мең бала беренсе класҡа бара.