Башҡортостан яугирҙары Фидрат Бикбулатов һәм Радим Саҙретдинов, һәләк булғандан һуң Ҡаһарманлыҡ орденына күрһәтелгән. Ил президенты Владимир Путиндың ошо турала указы донъя күргән. Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов юғары награданы хәрбиҙәрҙең ғаиләһенә тапшырҙы. “Беҙ уларҙың ҡыйыулығы һәм батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Был ир-егеттәр арабыҙҙа юҡ. Әммә уларҙың ҡаһарманлыҡ өлгөһө район һәм республика тарихында, яҡташтарыбыҙҙың күңелендә ҡала”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Динис Йосопов.