Социаль проект «Оҙон ғүмер һәм әүҙем тормош»милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Табип амбулаторияһы заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған. Яңы бинала пациенттарҙы ҡабул итеү зонаһы, терапевт, педиатр кабинеты, ҡарау, прививка яһау, процедура бүлмәләре, көндөҙгө стационар, санузел һәм медикаменттар һаҡлау өсөн шарттар бар. Оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Яңы асылған медицина учреждениеһы 5 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк, уларҙың 1087- һе балалар.
Табип амбулаторияһы ауыл халҡы өсөн һаулыҡ үҙәге буласаҡ. «Оҙон ғүмер һәм әүҙем тормош» милли проектының төп асылы-граждандарҙың ғүмер оҙайлығында юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшеү. 2030 йылға был күрһәткесте -78, 2036 йылға тиклем 81 йәшкә тиклем еткереү күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Мөһим проект ил Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.