Төнгө янғын эҙемтәләре. 28 июлдә Өфөнөң Маяковский урамы 24-се йорт адресы буйынса беренсе ҡатта янғын сыға. Хәүефле урында тактик елләтеү алымы ҡулланыла, янғын һүндереүселәр 13 өлкән кешене һәм ике баланы ҡотҡара. Янғындан һуң, халыҡ эҙемтәләр менән нисек көрәшә? Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Зәбирә Ғәни ҡыҙы фатирына бер-нисә йыл элек ремонт яһаған.Әммә янғын бөтәһен дә юҡҡа сығара. Ғаилә 40 меңгә клининг хеҙмәтен саҡырырға мәжбүр була. Әлеге ваҡытта йорт эсе саманан тыш дымлы, иҙәндәр эшлектән сыҡҡан. Розеткаларҙы тоҡандырғанда ла ут бер һүнеп, бер янып тора, ти хужабикә.
Яуаплы инстанцияларға ярҙам һорап яҙған мөрәжәғәттәре лә тиҫтәнән ашыу. 28-нән 29 июлгә ҡарай төндө улар насар төш кеүек хәтерләй. Бында йәшәүселәр инде татлы йоҡоға талдыҡ тигәндә генә 10-сы фатирҙа янғын сыға. Ялҡын һәм төтөн тиҙ арала башҡа этаждарға һәм күрше подьезға ла тарала.
Халыҡты эвакуациялағанда төтөн ҡыуалау һәм температураны түбәнәйтеү өсөн ут менән көрәшеүселәр тактик елләтеү ҡуллана. Йортта йәшәүселәр елләтеү юлдарының йүнләп эшләмәүе хаҡында ла хәбәрҙар. Утта 47 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлә. Галина Баюршина иһә ҡотҡарыусылар килгәнсе көскә урамға сығып өлгөрә.
Ете бала әсәһе Рәйхана Октябрь ҡыҙы һөйөнөскә күрә был көндө ғаиләһе менән Иглин районында туғандарында булып ҡала. Күршеләре уларҙы ҡотҡарам тип ватҡан тәҙрәне һәм кейем-һалымды йыуып тәртипкә килтерәһе бар. Тиҙҙән мәктәптә уҡыуҙар башланасаҡ. Рәйхана Юлдашева электр тәьминәте боҙолоп, йүнләп эшләмәү сәбәпле ете балаһының ғүмере өсөн борсола.
Сымдарҙың торошон электр щиттары дәлилләй. Ҡайһы бер сымдар бөтөнләй изоляцияһыҙ. Подъезға ингәндә әсе төтөн еҫе иркен тын алырға ҡамасаулай. Йлртта йәшәүселәр махсус хеҙмәттәрҙе көтөп тормайынса стеналарҙы үҙҙәре йыуған. Әммә янғын эҙемтәләрен тулыһынса бөтөрөү өсөн өр-яңынан ремонт талап ителә.
Маяковский урамы, 24 адресы буйынса күп фатирлы йорттоң дөйөм майҙаны 2476,50 кв. Рәсми документтар буйынса был йорт ҡаланың. иҫтәлекле урыны һанала. Уны хеҙмәтләндергән Калинин районы торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығының нидәй эштәр башҡарыласағы хаҡында яуабы.
Халыҡ төнгө йоҡоһонда ла бер-нисә сәғәт һайын уятҡыс тауышына уянырға мәбүр. Тағы ла янғын сыҡмаһын өсөн улар уяу булырға тырыша. Юғиһә йортобоҙ көл-күмергә әүереләсәк, тип хафаланалар..
Өфөнөң Маяковский урамы 24 адресындағы күп фатирлы йорт өс ҡатлы. Ул
1952-се йылда төҙөлгән.5 йыл үткәндән һуң бында электр селтәрҙәре алмаштырылған.Әлеге ваҡытта халыҡ йәшәүселәҙе электр приборҙарын тоҡандырырға ҡурҡып йәшәй. Яңынан янғын сығыр тип хәүефләнә.
Гүзәл Борханова