Махсус хәрби операция ветерандары араһында ярыштар 18 августан 22-еһенә тиклем Түбәнге Новгород өлкәһендә үтә. Өҫтәл теннисы, волейбол, атыу, пауэрлифтинг, бысаҡ ташлауҙа һәм башҡа өлкәләрҙә оҫталар асыҡлана. Республика махус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге директоры урынбаҫары Ирек Зарипов белдереүенсә, команда әҙер, айырыусы волейболда яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.