Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрьский ҡалаһында 9 йәшлек малай онлайн уйынға әүрәп "бушлай приз" тигән һылтанмаға инә. Уны әсәһенең банк картаһын фотоға төшөрөп ебәрергә күндергәндәр. Картанан 250 мең һум юҡҡа сыҡҡан. Ошоға оҡшаш хәл Бәләбәйҙә булған. 9 йәшлек ҡыҙ арзан уйын валютаһы алырға теләп әсәһенең телефонынан QR-кодты асҡан, банк иҫәбенән шулай уҡ 250 мең һум аҡса юғалған.