Башҡортостандан мәктәп уҡыусылары Белоруссияла ял итә

Республика делегацияһын Минскиҙа ҡаршы алдылар. Балалар 14 көн буйы урындағы автомобиль заводы ҡарамағындағы лагерҙа йәшәй. Республика мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, был - яуап сәфәре. Күптән түгел Минскиҙан уҡыусылар Башҡортостанда "Патриот" паркында профилле сменала ҡатнашты. Белоруссия каникулдары ваҡытында "Хатынь", "Дан ҡурғаны", "Сталин линияһы", Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы һымаҡ иҫтәлекле урындарҙа булыу ҡаралған.