Иглин районы ирекмәндәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугиры менән осрашты

«Бөтәһе лә Еңеү өсөн». Иглин районы ирекмәндәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугиры менән осрашты.

Иглин ирекмәндәре илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаусы ир-егеттәр менән осрашыуҙарҙы даими үткәрә. Штаб етәксеһе Елена Полякова яугирҙарға штаб цехтары буйлап экскурсия үткәрҙе. Маскировка селтәрҙәре үреүселәр, дрондарҙан һаҡлаусы кейемдәр тегеүселәр, яугирҙарға йылы йөкмәткеле хаттар яҙыусы балалар менән яҡындан танышыу ике яҡ өсөн дә мөһим. Сарала ҡатнашыусылар яугирға тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләне.

«Мостафа» ҡушаматлы яугир махсус хәрби операцияға 2023 йылда контракт буйынса юллана. Покров йүнәлешендә артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ҡулына ҡорал алыу ҡарарын егет әрме хеҙмәтенән ҡайтыу менән ҡабул итә. Киләсәктә ул яҙмышын Рәсәй армияһы менән бәйләргә ниәтләй.

Иремәндәрҙең ҡулдары оҫта. Беҙгә дрондарҙан һаҡланыу өсөн кәрәкле кейемдәр тегә, маскировка селтәрҙәре үрәләр. Улар менән беҙ блиндаждарҙы һәм хәрби техниканы ҡаплайбыҙ. Тылда Еңеүҙе яҡынайтыусыларға ихлас күңелдән рәхмәтемде еткерәм.

«Мостафа» ҡушаматлы яугир