Өфөлә бәләкәй хужалыҡтар өсөн заманса күмәртә-логистика үҙәге булдырылған

Платформа үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү маҡсатында тормошҡа ашырылған. Мокроусов ауылындағы объект республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә. Йәлеп ителгән аҡсаларҙың дөйөм күләме 338 миллион һум. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән Инвестиция сәғәттәренең береһендә компанияға өс йылға милек һалымы буйынса ташлама рәүешендә дәүләт ярҙамы биреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Хәҙер яңы бинаның бер өлөшөн транспорт-логистика компанияларының береһе файҙалана. Тәү сиратта емеш-еләк һәм йәшелсә продукцияһын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуға айырым майҙансыҡ булдырылды. Бинаның дөйөм майҙаны 5300 квадрат метрҙан ашыу. Бүлеү үҙәген төҙөү 2023 йылдың 3-сө кварталында башланып, былтыр файҙаланыуға тапшырылғайны.

Ҡалала ошондай бәләкәй хужалыҡ формалары өсөн заманса күмәртә-логистика платформаһы бик кәрәк. Конкуренция шарттарына бирешмәҫлек, сифат яғынан яйлы продукция булһын өсөн махсус булдырыла. Тауар бушатыу, тейәү өсөн дә шарттар бар. Комплекстың баш ҡалаға ингән урында төҙөлөүе лә отошло. Сөнки, бында юл инфстраструктураһы төрлө яҡлап үҫешкән.

Александр Никитин, компаниялар төркөмөнөң башҡарма директоры