Өфөлә яугирҙарға арналған экспозиция асыла

Ул республика Хәрби дан музейында ойошторола. “Рәсәй. Донбасс. Махсус хәрби операция” тигән күргәҙмә Армия мәҙәниәте көндәре барышында уҙғаралған сараларҙың береһе. Экспозицияға ҡорал өлөштәре, хәрби форма, һалдаттарҙың шәхси әйберҙәре, трофейҙар ҡуйыла. Музейҙан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдан башлап 300-гә яҡын экспонат йыйылған. Уларҙың яртыһы яңы күргәҙмәлә урын ала. Экспозиция менән 27 авгусҡа тиклем танышырға була.