Радий Хәбиров «Полиэф» заводы коллективын, ветерандарын, Благовещен ҡалаһы халҡын предприятие юбилейы менән тәбрикләне. Ҡотлау һүҙҙәрен ул социаль селтәрҙәрендә яҙған. 40 йыл элек, 1985 йылда Башҡорт производство берекмәһенең «Химволокно» дирекцияһы ойошторола. Хәҙер уны «Полиэф» тип беләбеҙ. Завод тотош Рәсәйҙә терефталь кислотаһы етештереүсе берҙән бер предприятие. Ул пластик әйберҙәр, шул иҫәптән шешәләр етештереүҙә ҡулланылған полиэтилен өсөн төп сеймал. Әле завод күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра.
Производствоны модернизациялауға, экологик программалар үтәлешенә етди иғтибар бүленә. Һуңғы өс йылда ғына 3 миллиард ҡулланылған шешә ҡайтанан полиэтилентерефталат етештереүгә тотонолған. Предприятиела ҡояш электр станцияһы ла эшләй. «Полиэф» һәм «Сибур» холдингы ҡаланы үҫтереүҙә бар эштә лә беҙҙең партнерҙар. Социаль һәм спорт объекттарын яңыртыу, мәктәптәргә, урта һөнәри белем йорттарына ярҙам итеү кеүек күп эштәрҙә терәк булып тора. Благовещен республикала сәнәғәт туризмы йәһәтенән дә алдынғы ҡала. Предприятиеға тотороҡло үҫеш, барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы