Сибайҙа йәшәүсе Ғәлимә Исмәғилева өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итә

Сибайҙа йәшәүсе Ғәлимә Исмәғилева өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә. 90 йәшлек юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнгән ханым маскировка селтәрҙәре үреп, йылы ойоҡбаштар бәйләй. Уның атаһы Нурислам Хәмитов Бөйөк ватан һуғышы ветераны булған. Тормош иптәше Ваһап Исмәғилев һуғыш йылдарында Берлинға тиклем барып етеп аҙаҡ Япония һуғышында ҡатнашҡан. Бөгөн Ғәлимә Исмәғилева махсус хәрби операциянан өс ейәнен көтә, шуға ла ватан һаҡсыларына ярҙам итеү эшенән ситтә ҡалмай.

1941 йылда әсәйем дүрт бала менән ҡалды һәм ул фронтҡа ярҙам итеү өсөн ойоҡтар бәйләй ине. Заводта эшләгән өлкән апайым да һалдаттарға ярҙам итеү өсөн тырышты. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашысыуыларға ярҙам итеү мөһим бурыс, сөнки егеттәребеҙ киләсәк өсөн тырыша.

Ғәлимә Исмәғилева