«Курск» һәләкәтенә-сирек быуат

«Курск» һәләкәтенә-сирек быуат. Атом һыу аҫты кәмәһе 25 йыл элек Баренц диңгеҙе төбөнә китә, һөҙөмтәлә 118 диңгеҙсенең ғүмере өҙөлә. Уларҙы иҫкә алыу саралары Рәсәйҙең төрлө төбәктерендә үтте. Өфөләге Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында иһә тыныс тормошта ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙға бағышланған күргәҙмә асылды. Туларыҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

«Курск» ул ваҡытта Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының иң заманса субмариналарының береһе була. Уның төп тәғәйенләнеше-дошмандың һыу өҫтө караптары, тәү сиратта авианосецтар менән көрәшеү була. 2000 йылдың 12 авгусында Баренц диңгеҙендәге уҡыуҙарҙа атом һыу аҫты кәмәһе менән бәйләнеш өҙөлә. Бортта торпеда шартлау һәм артабанғы боезапас детонацияһы фажиғәғә килтерә. Бөтә экипаж ағзаһы, ә ул 118 кеше һәләк була.

Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында Курск фажиғәһенең 25 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Төп экспонаттарҙың береһе-«Һәр береһенең исеме хәтерҙә» китабы. Уны музейға карап командирының өлкән ярҙамсыһы Сергей Дудконың әсәһе-София Петровна бүләк иткән. Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән ханым егерме йылдан ашыу һыу аҫты кәмәһе экипажының һәр береһе тураһында мәғлүмәт йыя, уны китап итеп баҫтыра.

София Дудконың шәхси архивында «Курск» һыу аҫты кәмәһенең һәр морягы тураһында айырым папка бар. Беҙ уның менән Санкт-Петербургта осрашҡайныҡ. Ошо китапты, значоктар, иҫтәлекле буклеттар бүләк итте. «Һәр береһенең исеме хәтерҙә» баҫмаһы фажиғәлә һәләк булған һәр кемдең ғаиләһенә тапшырыласаҡ

Оксана Мальцева, В. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы мөдире

Валериан Альбанов исемендәге музейҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре тарафынан да тикшеренеү эше алып барыла. Уның һөҙөмтәләренә яршалы, «Башҡортостан ҡотопсолары» йыйынтығы донъя күрә. Айырым бүлеге тап «Курск» һыу аҫты кәмәһенә бағышланған.

Күргәҙмә әлегә ҙур түгел, әммә уны тулыландырыу күҙаллана. Шулай уҡ «Курск» фажиғәһенә бағышланған айырым мөйөш булдырырға планлаштырабыҙ.. Шуға күрә киләсәктә был экспонаттар менән теләгән ваҡытта танышырға мөмкин буласаҡ.

Янина Свице, В. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре

Һыу аҫты кәмәһе ҡорбандары араһында Баймаҡ районынан 25 йәшлек Фәнис Ишморатов та була. Һәләкәттән һуң бер йыл үткәс кенә, мичман тыуған яғында ерләнә. Уның иҫтәлегенә Мерәҫ ауылында мемориал асыла. Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылынан Наил Хафизов та һәйкәл булып баҫа. Ошо көндәрҙә турбинасылар төркөмө командиры Роберт Гесслер, караптың өлкән старшиналары Салауат Янсапов менән Ришат Зөбәйҙуллинды ла иҫкә алалар. Яҡын арала Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы хеҙмәткәрҙәре һәр береһенең тыуған яғына барып, батыр яҡташтарыбыҙ тураһында яңы мәғлүмәт тупларға ниәтләй.

Әлфинә Килдейәрова