Өфөлә электр самокаттар хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде

Ҡайһы бер парк һәм скверҙарҙа бөтөнләй йөрөп булмаясаҡ. Самокаттар үҙенән үҙе һүнәсәк. Шулай уҡ 149 юл киҫелеше һәм 19 йәмәғәт биләмәһендә шәхси мобиль сараларының максималь тиҙлеге автоматик рәүештә кәмейәсәк. Электр самокаттар өсөн тағы ла ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Ҡәтғи сараларҙың әһәмиәте тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала

Өфөнөң Яҡутов паркына ингән урында махсус билдә ҡуйылған. Электр самокатта йөрөү тыйыла. Ҡағиҙәне иңҡар итергә теләүселәр шунда уҡ ҡаршылыҡҡа осрай-электр самокат хәрәкәтен автоматик рәүештә туҡтата. Юлды атлап ҡына дауам итергә ҡала.

Еңеү паркы, Аксаков баҡсаһы, Арт-квадрат, шулай уҡ сәнәғәт биләмәләре һәм зыяраттарҙа ла ошондай уҡ сикләүҙәр индерелгән. Баш ҡала хакимиәте прокуратура һәм дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә электр самокаттарға бәйле хәүефһеҙлек сараларын арттырған. Урамдарҙа юл киҫелештәре лә иғтибар үҙәгендә. Ҡайһы бер участкаларҙа сәғәтенә биш саҡрым ғына үтергә мөмкин.

1 сентябрҙән баш ҡаланың 32 мәғариф учреждениеһы эргәһендә электр самокаттар өсөн тиҙлек буйынса сикләүҙәр үҙ көсөнә инә. Тиҙлекте сәғәтенә 15 саҡрымдан арттырып булмаясаҡ.

Элина Синягина, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы баш белгесе

Баш ҡала хакимиәте һәм кикшеринг операторҙарының берҙәм эше сиктәрендә ҡуртымға бирелгән электр самокаттары тарафынан ҡағиҙәләр үтәлеше контролгә алынған. Мониторинг барышында ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлеп, оператив саралар күрелә. Миҙгел асылғандан алып ҡына 17 мең ҡулланыусының аккаунты ябылған. Ҡағиҙә боҙоусыларҙан, тәү сиратта, автоһәүәҫкәрҙәр, йәйәүлеләр зыян күрә.

Өфөлә генә электр самокаттар менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ике мең ярымдан ашыу штраф һалынған. Барлығы 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеүе лә билдәле. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы республика буйынса ла оператив мәғлүмәт менән таныштырҙы.

Өфөлә кикшеринг хеҙмәте операторҙары 4900 электр самокатты ҡуртымға бирә. Бынан тыш, шәхси мобиль саралары сауҙа үҙәктәрендә лә ирекле һатыуҙа.

Һатыуға тәҡдим ителгән электр самокаттарының иң юғары тиҙлеге сәғәтенә 25-30 саҡрым тип билдәләнгән булһа ла, ҡайһы бер моделдәр сәғәтенә 100 саҡрымға тиклем йөрөй ала. Сикләүҙәр индерелгән участкаларҙа ла бар яуаплылыҡ тик техника хужаһында. Сөнки тиҙлекте кәметеү саралары тик кикшеринг хеҙмәтенә ҡараған электр самокаттарға ғына ҡағыла.

Гөлназ Хәйбуллина