Мәләүез районында 150 меңдән ашыу иген урып-йыйыу күҙаллана

Бынан тыш, төбәк аграрийҙары урта сортлы кәбеҫтә алыуға ла төшкән. Йәшелсәлек эшен урында Османовтар ғаиләһе алып бара. Улар был тармаҡта 2000 йылдар башынан махсуслашҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Кәбеҫтә япраҡтары хужаларға аҡса шытырлауын хәтерләтә. Йәшелсә лә быйыл бығаса булмаған мул уңыш бирә. Тик йыйып ҡына өлгөрөр. Һуңынан инде аҡсаға ла әйләндерергә мөмкин.

Мәләүез районында йәшелсә үҫтереүҙе Османовтар ғаиләһе яйға һалған. Продукциялар ҙа башлыса супермаркет, баҙар һәм йәмәғәт туҡланыуы урындарына оҙатыла. Күрше төбәктәр менән дә хеҙмәттәшлек булдырылған.

Республикала йәшелсәселек бик үк үҫешмәгән. Шуға ла беҙ ошо тармаҡҡа ныҡлап тотонорға булдыҡ. Йәшелсәне лә мөмкин тиклем төрләндереп үҫтерергә тырышабыҙ. Ҡулаҡсаға әйләндереү ҙә яйға һалынған. Шуға ла киләсәктә эште тағы ла киңәйтергә иҫәп бар.

Осман Османов, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе урынбаҫары

Крәҫтиән-фермер хужалығы кәбеҫтәне транспортҡа тейәп, базаға оҙатҡан арала, башҡа ойошмалар ужым бойҙайы, арпа, һоло урып-йыйыу менән мәшғүл. Ошо маҡсатта төбәктә йөҙҙән ашыу комбайн йәлеп ителгән. Быйылғы миҙгелдә Мәләүез районы хужалыҡтары көнбағыш, соя, етен, рапс һәм борсаҡ кеүек юғары килемле культураларға өҫтөнлөк биргән.

Теүәл бер аҙнанан аграрийҙар яҙғы культуралар урыуға төшәсәк. Ураҡ барышында бөтәһе 150 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып-алыу күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин