«Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ». Рәсәйҙә онкология сире диагнозы ҡуйылған пациенттарҙың психологик һәм эмоциональ хәлен яҡшыртыу маҡсатында даими рәүештә фототерапия уҙғарыла. Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә бер нисә йыл рәттән социаль проектта ҡатнаша. Сираттағы фотосессияға төрлө район-ҡалаларҙан 17 кеше саҡырылғайны. Эш процесында улар үҙҙәренең мәкерле сирҙе еңеү тарихы менән дә таныштырҙы.
Ләлә Камалетдинованың йөҙөндә йылмайыу, күңеле лә тыныс. Яман шеште еңгән ҡатын «Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ» социаль проектында ҡатнаша. Фотограф менән бер сәғәт дауамында эшләп, иҫтәлеккә тиҫтәләп кадрҙар ҡалдырҙы. Шул уҡ ваҡытта сара сиктәрендә ул онкология сирен үткәргән башҡа кешеләр менән дә танышып, үҙенең сир менән көрәшеү тарихы менән уртаҡлашты.
Проектта ҡатнашыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә бар. Әлиә Хәйруллина, мәҫәлән, 2019 йылда уҡ ҡорһаҡ ҡыуышлығы яман шешенә бәйле операция яһатҡан. Әммә сир сигенмәй, өс йылдан һуң үпкә яман шешенә бәйле Санкт-Петербург ҡалаһында оҙайлы химия терапия үткән.
«Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ» Бөтә Рәсәй проектының тәүмаҡсаты-яман шеш диагнозы ҡуйылған, мәкерле сирҙе еңгән замандаштарыбыҙға фототерапия аша йәшәүгә дәрт-көс өҫтәү. Ил кимәлендә 4 миллиондан ашыу кеше онкология диагнозы менән иҫәптә тора, уларҙың 80 проценты психологик ярҙамға мохтаж. Диагнозды тәүгә ишеткәндәр күп осраҡта үҙ-үҙенә бикләнеп, сиргә ҡаршы яңғыҙы ғына көрәшә башлай. Социаль проект һауығыусы пациенттарға позитив кәйеф һаҡларға, йәмғиәттә ауырыу тураһында һөйләүҙән ҡурҡмаҫҡа ярҙам итә.
Берҙәм команда проект географияһын киңәйтеү өҫтөндә лә уңышлы эшләй, ошо маҡсатта 2022 йылдан алып «Онкофотографтар лигаһы» ойошторолған. Ирекмәндәр берләшмәһенә һәр ижад кешеһе ҡушыла ала. Республикала ғына тиҫтәнән ашыу фотограф йыл һайын изгелек марафонына ҡушылып, яман шеш диагнозы ҡуйылған яҡташтарыбыҙ менән фотостудияларҙа эшләй. Фотоһүрәттәрҙән масхус күргәҙмәләр ойошторола.
Гөлназ Хәйбуллина