Вуз-ара кампусының юғары уҡыу йорто-резиденты командаһы Санкт-Петербургта үткән Халыҡ-ара ярышта уңышлы сығыш яһаны. Рәсәй, Ҡытай һәм Төркиәнең алдынғы техник университеттарынан торған ике тиҫтәләп инженер команда үҙ ҡулдары менән йыйған болидтарын тәҡдим итте. «Электр болид» класындағы дөйөм иҫәп йомғаҡтары буйынса «Угату рейсинг» командаһы өсөнсө урын яуланы. Өфөлә йыйылған спорт машинаһы баһалама ағзаларын битараф ҡалдырмаған. Техника тулыһынса университет оҫтаханаһында проектланған. Уны төҙөү өсөн инженер-конструкторҙарға бер йыл самаһы ваҡыт киткән.
Өфө инженер-конструкторҙары киләсәккә тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар менән йәшәй. Октябрҙә мәҫәлән, Ҡытайҙа үтәсәк Халыҡ-ара ярыштарға улар махсус саҡырыу алған. Һәм сит илдә лә яҡташтарыбыҙ һынатмай, иң яҡшылар иҫәбенә инергә өмөт итә.