Байрам өҫтәле урынына ирекмәнлек ғәмәле

Шаран районы Йәрәмкә ауылында йәшәгән Илзиә һәм Нурмөхәмәт Күсмөхәмәтовтар зөбәржәт туйҙарын махсус хәрби операция яугирҙары өсөн ҡаҡ ҡойоп уҙғарған. 55 йыл татыу ғүмер иткән бәхетле парға ярҙамға ата-әсәһен ҡотларға ҡайҡан балалары па килгән. Тулыраҡ Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.

Күсмөхәмәтовтар ғаиләһендә ҡаҡ ҡойоу күптән инде күмәкләп башҡарған яратҡан шөғөлгә әйләнгән. Иртәнән кискә тиклем арымай-талмай эшләп, өс бала тәрбиәләгән, тырышып донъя көткән мәлдәрҙән алып татыу ғаилә һәр эште күмәкләп башҡара. Был юлы ата-әсәһен ғаилә тормошоноң 55 йыллығы менән ҡотларға ҡайтҡан балаларын юбилярҙар махсус хәрби операция яугирҙары өсөн ҡаҡ ҡойорға йәлеп итте. 40 йылға яҡын ғүмерен шәфҡәт туташы һөнәренә арнаған Илзиә Мирсәлих ҡыҙы үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән емеш-еләктең шифаһы тураһында яҡшы белә.

Ата менән әсә өс балаһы, 7 ейәне һәм ике бүләһе өсөн һәр яҡлап та өлгө. Илзиә Күсмөхәтова тырыш хеҙмәте өсөн СССР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булһа, ғаилә башлығы ваҡытында милли көрәш менән шөғөлләнеп дан ҡаҙанған. Инде 30 йыл Нрумәхәмәт Күсмөхәмәтов Йәрәмкә ауылы мәсете имам-хатибы вазифаһында яҡташтары өсөн күп изгелектәр ҡыла. Урындағы шишмәләрҙе һәм зыяратты төҙөкләндереү, күрше ауылдарҙа иман йорттары төҙөү уның башланғысы менән тормошҡа ашырыла.

Күмәкләгән яу ҡайтарған тигән әйтемдең хаҡлығын иҫбатлап, туғандар тиҙ арала яугирҙар өсөн 80 төргәк ҡаҡ ҡойҙо. Күсмөхәмәтовтар был изге эшкә яҡташтарын да саҡыра.

Зөбәржәт туйҙарына тикленм тигеҙ ғүмер иткән ғаилә пары үҙҙәрен бәхетле тип һанай. Ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үткән 55 йыл ғүмер ысынлап та үкенерлек түгел.

Гөлдәриә Йосопова