Алданған туристар бергәләп енәйәт эше асылыуын талап итә

Путевкаһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалғандар. Республиканан ике тиҫтәнән ашыу кеше үҙҙәрен туристик агент эшмәкәрлегенән зыян күреүсе тип иҫәпләй. Билдәләнгән ваҡытта сит илдә ял итеү буйынса алдан килешеүҙәр төҙөлә, авиабилеттар һәм ҡунаҡханала йәшәү урындары өсөн түләүҙәр башҡарыла. Әммә менеджер ваучер һәм башҡа тейешле документтарҙы клиенттарына тапшырыр урынға вәғәҙәләр менән генә ымһындыра башлай. Йыл ярымдан ашыу дауам иткән аңлашылмаусанлыҡтар тураһында киләһе яҙма.

Көн һайын вәғәҙәләр ала торғас, Төркиәгә осорға көнө лә килеп етә. Өфөнән Әлиә менән Артем Ғәлиевтар былтыр йәй балалары менән бергә сит илдә ял итергә була. Туристик агент менән февралдә үк килешеүҙәр төҙөлә, быға тиклем менеджер аша ғаилә Мысырҙа булып ҡайтҡанға күрә, аҡсаһын да алдан ышанып тапшыралар. Әммә икенсе осраҡта путевкалар ғына ҡулдарына килеп етмәй.

Июндә Төркиәгә осорға тейеш инек, әммә билдәләнгән көндә самолетта осоп китеп булманы. Беҙҙең туристик агент төрлө сәбәптәр уйлап сығара башланы: осоу ваҡыты, көнө үҙгәрҙе тип. Һөҙөмтәлә отпуск килеп сыҡманы. 1 июлдә полицияға мөрәжәғәт иттек, әммә менеджерға ҡарата бер ниндәй саралар ҙа күрелмәне.

Артём Ғәлиев

Ғәлиевтарҙың путевкаһы яҡынса 300 мең һумға төшкән. Бер йыл эсендә менеджер сумманың тик яртыһын ғына ҡайтарған. Билдәле булыуынса, туристик агентҡа мөрәжәғәт иткән тағы ла ике тиҫтәнән ашыу кеше путевкаһыҙ ҡалған. Абхазия, Мысыр һәм башҡа сит илдәрҙә диңгеҙ буйында ял итергә теләгән яҡташтарыбыҙ араһында өфөләрҙән тыш, Сибай ҡалаһы һәм Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүселәр ҙә булған. Бер ғаилә менеджерға ышанып, 700 мең һумын елгә осорған.

Әлегә туристик менеджерҙан алданған төркөмдә 25 кеше. Дөйөм алғанда, ул беҙгә 3 миллион ярым һум аҡса ҡайтарырға тейеш. Күптәр судҡа мөрәжәғәт итеп, эште еңгәйне. Әммә менеджер бишәр мең һум ғына ҡайтарҙы ла шымды.

Айгизә Салауатова

Менеджерҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса полиция, прокуратураға ла мөрәжәғәттәр яҙыла. Әммә әлегә бер ниндәй саралар ҙа күрелмәгән. Граждандар үҙ хоҡуҡтарын судта яҡлау менән генә сикләнә. Туристик агент иһә аҡсаны тулыһынса ҡайтарам тип йәнә вәғәҙәләр генә ҡалдыра.

Алданған туристар юрист менән дә осрашты. Белгес шунда уҡ килешеүҙәге етешһеҙлектәргә иғтибар йүнәлтте. Менеджер бер ниндәй туроператор исеменән дә сығыш яһамаған, документ шәхси эшҡыуарҙар-ҡатындың туғандары менән төҙөлгән.

Граждандар дөйөм юрисдикциялағы судтарға мөрәжәғәт итеп, зыян күрелгән сумманы иҫбатлаған. Хәҙер иң төп мәсьәлә ул енәйәти хоҡуҡҡа ҡағыла. Аңлы рәүештә зыян килтерелгәнме, әллә юҡмы-асыҡларға кәрәк. Минең ҡарамаҡҡа, килешеүҙә баштан уҡ туроператорҙың исеме яҙылмауы, бер ниндәй путевкаларҙың да булмауы, шул уҡ ваҡытта башҡарылмаған эш өсөн менеджер тарафынан аҡсаның алыныуы хоҡуҡ һағындағыларҙың иғтибарына алынырға тейеш.

Ирина Антонова-Нешина

Сит илдә ял итеп, ҡояшта ҡыҙыныр урынға суд тупһаһын тапарға мәжбүр булған граждандар берләшеп, туризм өлкәһендә эшләгән белгесте һәм уның командаһын енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырырға теләй. Ошо маҡсатта яҡын арала тәфтиш комитетына ла мөрәжәғәт буласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина