Мәртәбәле сара Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен һәм башҡа райондарҙан илленән ашыу оҫтаны берләштерҙе. Кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, милли биҙәүестәр яһау, милли музыка ҡоралдары етештереү булһынмы, ағасты семәрләп эшләүме-һәр кем күргәҙмәлә ҡатнашып, кәсеп өлгөләре һәм шөғөлө менән таныштыра алды. Майҙанда теләүселәр өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарылды.
«Кәсептәр йәйғоро» фестивале 2020 йылдан алып уҙғарыла, муниципалитеттың бренд сараһына әйләнгән. Фестивалдең мәҙәни программаһы бай, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр күрһәтелә. Милли аш-һыу әҙерләү буйынса ла оҫталыҡ дәресе үтә.