Театрҙың ҙур залында артистар һәм театр етәкселеге ҡатнашлығында тәүге йыйылыш уҙғарылды. 106-сы миҙгелде башлауға рәсми старт октябрҙә биреләсәк, әммә спектаклдәр август һәм сентябрҙә лә ҡуйыласаҡ. Яңы ижад миҙгеленә пландар ҙур, тип билдәләне театр етәксеһе. Сентябрҙә Санкт-Петербургта 16-сы «Александринский» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу планлаштырыла. Төньяҡ баш ҡалала «Бөйрәкәй» һәм «Ваня ағай» спектаклдәре тәҡдим ителәсәк.
Ноябрҙә труппа Ҡазанға юллана. 106-сы ижад миҙгелендә театр башҡорт драматургияһы классигы Мостай Кәрим трагедияһы буйынса «Ай тотолған төндә» спектаклен сәхнәләштерәсәк. Уның ҡуйыусы-режиссеры театрҙың баш режиссеры айрат Абушахманов.Ҡалған ике премьераны саҡырылған ҡырғыҙ режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаев сәхнәләштерәсәк. Тәүгеһе үзбәк яҙыусыһы Сәйет Әхмәттең «Килендәр фетнәһе» комедияһы, икенсеһа Сыңғыҙ Айытматовтың «Быуаттан оҙонораҡ көн» спектакле, уның премьераһы киләһе йыл башына тәғәйенләнгән.