Стәрлебаш районында лагерҙа ағыуланыусыларҙың дүртеһе дауаханала ҡала

Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Стәрлетамаҡ дауаханаһына лагерҙа ағыуланған 25 кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың өсәүһе-вожатый, ҡалғандары балалар. Табиптар тикшереүенән һуң, 16 кеше дауаханағап һалына, ҡалған ун кеше өйҙәренә ҡайтарыла. Пациенттарҙың хәле уртаса тип баһалана. Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә хәүеф янамай. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.

Лагерҙа балалалар өсөн әҙерләнгән ризыҡтар һәм һыу лабораторияла тикшерелә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәт идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, норовирус инфекцияһы аҙыҡ-түлек әҙерләүсе хеҙмәткәрҙән таралған. Тикшереү осорона лагерь эшмәкәрлеге туҡталып тора.

Ваҡиға урынында тикшереү ойошторолдо, аҙыҡ-түлек әҙерләү һәм санитар талаптарҙы үтәү менән бәйле документтар тупланды. Осраҡ буйынса суд экспертизаһы көтөлә. Учреждениела тәҡдим ителгән продукция зыянлы тип табылған осраҡта етәкселәр закон буйынса яуап бирәсәк.

Евгений Каневский, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы