Өфөлә студенттар этнографияға бәйле уйын уйлап сығарҙы

«Башҡортостан: уйындар аша технологияларға» экспедицияһы сиктәрендә Өфө студенттары видеоуйын прототибын эшләгән. «Берлога» киберфизика платформаһында Рәсәй вуздарының 16 вәкиле берләшеп, республиканың этнографияһы һәм тарихы менән танышҡан. Шулай уҡ кеҫә телефондары өсөн программа уйлап сығарған. Уларҙың береһендә Вуз-ара кампустың икенсе ҡаты 3д моделдә төҙөлә, уйын барышында инновация технологиялары ярҙамында төрлө эштәрҙе хәл итергә кәрәк, әйтәйек, асыҡ ишектәр көнөн уҙғарыу талап ителә. Икенсе программаға килгәндә, оҫтахана шарттарында 3д-моделләштереү алымдарын үҙләштерергә була. Белгестәр фекеренсә, ошондай уйындар йәштәр араһында фән һәм технологияларҙы популярлаштырырға ярҙам итә.