Башҡорт шашкасылары Ҡазанда үткән Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм йәштәр беренселегендә уңышлы сығыш яһаны. Турнирҙа ике йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты, улар араһында рус һәм йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса етмеш миҙал комплекты уйнатылды. Республика данын Өфө, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ һәм Ишембай ҡалаларынан спортсылар яҡланы. Яҡташтарыбыҙ мөмкин булған 210 миҙалдың 67-ен яулап, рәсми булмаған команда зачетында ла беренселек алды. Турнир һөҙөмтәләре 9 йәшкә тиклемге балалар, 14 һәм 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр, юниорҙар һәм өлкән спортсылар араһында яһалды.