Октябрҙә Мәскәүҙә “Абилимпикс” чемпионаты финалы үтә

Унда Башҡортостандан ике махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Улар  Артём Мөхәрәмов һәм Дмитрий Полубояринов. Яугирҙар Ҡазанда уҙған ярыш еңеүселәре. “Беҙҙең ир-егеттәр күҙ алдында үҫә. “Абилимпикс”, “Ватанды һаҡлаусылар Кубогы” кеүек бәйгеләрҙең ойошторолоуы, уларға әҙерлек ветерандарға ышаныс өҫтәй. Уларға тыныс тормошҡа еңелерәк ҡулайшырға ярҙам итә”, - тип белдерҙе “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.