Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов ошо турала белдерҙе. “Яҡташтарыбыҙ туплаған 33-сө гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыла. Яугирҙар өсөн 4 машина әҙерләнгән. Шулай уҡ башҡа кәрәк-яраҡтар йыйылған”, - тине ул. Райондың Ишбирҙе ауылында “Өмөт” тигән ирекмәндәр штабы ойошторолған. Элекке спорт комплексы бинаһы төҙөкләндерелгән. Унда һалдаттарға ярҙам итергә теләгән кешеләр йыйыла. Улар кейемдәр бәйләй, маскировка селтәрҙәре үрә.